University Ranking by Academic Performance

University Ranking by Academic Performance

University Ranking by Academic Performance[1] (URAP) ― Яҡын Көнсығыш техник университетының Информатика институты эшләгән университеттарҙың глобаль рейтингы[2], 2010 йылдан алып йыл һайын университеттар һәм колледждарҙың милли[3] һәм глобаль[4] рейтингын баҫтыра. Был рейтингка донъяның 2 000 иң яҡшы уҡыу йорто индерелә. URAP-тың фәнде баһалау үлсәмдәре Web of Science һәм inCites ярҙамында Фәнни мәғлүмәт институтынан алына. URAP-тың глобаль рейтингы өсөн шулай уҡ мәҡәләләре күләме, уларҙан өҙөмтәләр ҡулланыу, дөйөм документация күләме, мәҡәләләрҙең дөйөм ипкаты, өҙөмтәләр алыуҙың дөйөм импакты һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеше кимәле индерелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәлелеге файҙаланыла. Глобаль рейтингтарға өҫтәмә итеп, URAP шулай уҡ Төркиә университеттарының төбәк рейтингтарын да баҫтыра, уларҙа студенттар һәм уҡытыусылар һаны кеүек өҫтәмә күрһәткестәр ҡуллана. Бында мәғлүмәттәр ÖSYM Үлсәү, һайлап алыу һәм эшкә урынлаштырыу үҙәгенән алына.

2020 йылға ҡарата рейтингта Рәсәй юғары уҡыу йорттарынан иң юғары урынды М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты биләй (209-сы урын)[5].

  1. University Ranking by Academic Performance. Дата обращения: 23 март 2015. 2011 йыл 2 сентябрь архивланған.
  2. Middle East Technical University, Graduate School of Informatics. Дата обращения: 23 март 2015.
  3. URAP Türkiye Özel Bölümü. 2011 йыл 2 сентябрь архивланған.
  4. World Ranking. 2018 йыл 14 декабрь архивланған.
  5. URAP - University Ranking by Academic Academic Performance. Дата обращения: 1 декабрь 2020. 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.

Developed by StudentB